Акшенцев Сергей ВасильевичBERnwior
| Акшенцев Сергей Васильевич | |
| Заты | ир-ат |
|---|---|
| Тыуған көнө | 24 май 1975 (44 йәш) |
| Тыуған урыны | Рәсәй, Ишембай |
| Туған тел | рус теле |
| Һөнәр төрө | спортсы |
| Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре |
|
| Квалифицирован для | мужской спорт[d] |
Акшенцев Сергей Васильевич (24 май 1975 йыл) — спортсы. Янғын һүндереү-практик спорты буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры. 2 дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы кавалеры.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сергей Васильевич Акшенцев 1975 йылдың 24 майында Башҡорт АССР-ының Ишембай ҡалаһында тыуған.
«Динамо» ирекле спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе. Тренерҙары С. А. Адушкин, И. В. Бариев.
Нефтеюганск ҡалаһында йәшәй[1][2].
2009, 2011 йылдарҙа донъя чемпионы, 2008 һәм 2011 йылдарҙа донъя чемпионатының көмөш призёры[3], биш тапҡыр Европа чемпионаты-2010 чемпионы[4], Европа чемпионаты-2007 бронза призеры[5]. Янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар араһында күп тапҡыр халыҡ-ара ярыштар еңеүсеһе һәм призеры[6], шул иҫәптән: ябыҡ бинала янғын һүндереү-практик спорты буйынса Европа (2003) һәм Европа илдәре — CTIF ағзалары (2000) чемпионы, Азия илдәренең команда зачетында халыҡ-ара чемпионат еңеүсеһе (2003). Азия Кубогы рекордсыһы (2003).
Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы, Башҡортостан өсөн сығыш яһай[7], хәҙер Ханты-Манси автономиялы округы — Ханты-Манси АЙ-Югра командаһы өсөн сығыш яһай[8][9]. Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының 3-сө янғын һүндереү часында эшләгән[10]. «Ханты-Манси автономиялы округы — Югра буйынса Федераль янғынға ҡаршы хеҙмәтенең 20 отряды» дәүләт учреждениеһының 77-се часының янғынды иҫкәртеү төркөмө инспекторы.
Эске хеҙмәт подполковнигы[11].
Ҡушаматы — «Ишембай дауылы»[12]. 2 дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы менән бүләкләнгән. Әлеге ваҡытта янғын һүндереү-практик спорты буйынса Башҡортостан Республикаһы тренеры.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Акшенцев Сергей Васильевич // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелгән 21 май 2019)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Газета «Здравствуйте нефтеюганцы»
- ↑ Марийская Правда — На четвёртый этаж за 13 секунд!
- ↑ Сергей Акшенцев вмешался в белорусский раздел медалей на чемпионате мира в Уфе — башинформ.рф — Новости новой Башкирии
- ↑ С 26 июня по 3 июля 2010 года в г. Андорра-ла-Велья (Княжество Андорра) проходил Чемпионат Европы среди полицейских и пожарных
- ↑ ЦСК МЧС :: Сборная команда МЧС России по пожарно-прикладному спорту
- ↑ УЦ ГПС МЧС России — Итоги всероссийских соревнований по пожарно- прикладному спорту «Мемориал М. Федорова»
- ↑ История развития пожарно-прикладного спорта в Башкортостане
- ↑ Газета «Здравствуйте нефтеюганцы»
- ↑ Официальный информационный портал органов местного самоуправления г. Ханты-Мансийска
- ↑ Пожарные части
- ↑ Тюменская Областная Дума
- ↑ Чемпионат среди пожарных и спасателей. Второй день соревнований. 100-метровка.